Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июнь 2019, 18:09

Өфөнөң «Ватан» паркында Халыҡ-ара балалар уйындары өсөн скалодром ҡуйҙылар

53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары башланырҙан ике аҙна элек Өфөнөң «Ватан» этно-паркында заманса скалодром ҡуйҙылар. Ул тиҙлеккә, ҡатмарлылыҡҡа үрмәләү өсөн 15 һәм 16-метрлыҡ диуарҙан тора. Тәүге ярыштар, теҙмәгә ярашлы, 11 июлгә билдәләнгән.


Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары 9 июлдә башлана һәм 14 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостандың баш ҡалаһына Австралия, Канада, АҠШ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Мексика, Бөйөк Британия, Швейцария һәм башҡа илдәрҙең ҡалаларынан 1500-ҙән ашыу йәш спортсы килә. Уйындар Халыҡ-ара Олимпия комитеты булышлығында уҙғарыла.

Читайте нас: