Бөрө ҡалаһы һәм районы мәктәптәре уҡыусылары «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәү буйынса көсөн һынаны. «Бөрө» спорт комплексы бассейнында беренсе баҫҡыс уҡыусылары ваҡытҡа — 25, ҡалғандар (2-6 баҫҡыс) 50 метрға йөҙҙө. 25 йөҙөүсенең 23-ө нормативты уңышлы үтәне, 22-һе — алтын билдәгә. 7-се мәктәптә физик сифаттар үҫеше һәм ҡулланма хәрәкәт күнекмәләре кимәлен билдәләүсе тест үткәрелде. Һөҙөмтәләрҙә ыңғай яҡҡа үҙгәреш бар, ләкин уҡыусыларҙың пневматиквинтовканан атыуҙа, саңғы ярышында, иҙәндән кәүҙәне күтәреүҙә әҙерлек кимәле түбәнерәк.