Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2019, 12:19

Төмәндә үтәсәк Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл уйындарында Балтас районынан да ҡатнашалар

Гер спорты, полиатлон, шахмат, саңғы уҙышы, шашка, һауынсылар, механизаторҙар һәм спортсы ғаиләләр ярышы. Был дисциплиналарҙа миҙалдар өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1000-дән ашыу кеше көс һынаша. Ярыштар 19-23 мартта Төмәндә уҙғарыла.


Башҡортостан намыҫын Бөрйән, Ғафури, Өфө, Әлшәй, Балаҡатай, Балтас райондарынан 25 ҡатнашыусы яҡлай, тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.


Шулай итеп, ойоштороусылар ауылда йәшәүселәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырырға һәм ауыл спортсыларының оҫталығын үҫтерергә теләй.

Читайте нас: