Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Февраль 2019, 16:14

Мишкә районында йәшәүсе Нәфҡәт Вәлиуллин йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә

Спортҡа һөйөү бала саҡтан, мәктәп йылдарында уҡ һалына. Балаларҙың көслө, рухлы, физик яҡтан сыныҡҡан булып үҫеүендә, әлбиттә, Нәфғәт Вәлиуллин һымаҡ ғүмерен мәғарифҡа бағышлап, эше өсөн янып торған уҡытыусыларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Нәфғәт ағай 1964 йылда Иштебай ауылында күп балалы Нурия һәм Әүхәт Вәлиуллиндар ғаиләһендә тыуа. Биш малай, бер ҡыҙ бер-береһенә ярҙам итеп, терәк-таяныс булып, дуҫ-татыу үҫә. Бәләкәйҙән аталарына ихаталағы бар эштә лә ярҙам итеп, эш тәртибенә өйрәнәләр. Малайҙар бала саҡтан барыһы ла спорт менән шөғөлләнә.

Иштебай мәктәбен тамамлағас, Оло Шаҙыла уҡыуын дауам итә. Мәктәптә төрлө спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, район, республика кимәлендә уҙғарылғандарында ла призлы урындар яулай тырыш егет. X класты тамамлағас, Өфө ҡалаһында техникумда белем ала.

1982 йылда Нәфғәт Әүхәт улы армияға саҡырыла. Пермь крайында ракета ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәтен үтәй. Бында ла спортты ташламай. Гер күтәреү буйынса спорт мастеры кандидаты булыуға ирешә. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Өфөлә спорт клубында тренер булып эшләп ала.

1992 йылда үҙенең ауылдашы Ленара Нәзим ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Йәш ғаилә ауылда төпләнергә хәл итә. Икәүләп мәктәпкә эшкә урынлашалар. Ленара Нәзим ҡыҙы һөнәре буйынса биология, химия уҡытыусыһы. Нәфғәт Әүхәт улы физкультура, хеҙмәт, тормош хәүефһеҙлеге дәрестәрен алып бара. Ул килеү менән мәктәптә спорт йүнәлеше үҫешә, хәрби-патриотик эш йәнләнә. Һәр ярышта уның уҡыусылары ҙур уңыштарға ирешә. Мәктәптә балалар өсөн “Батыр” спорт клубы асып ебәрә. Бында малайҙар милли көрәш менән шөғөлләнә, ҡыҙҙар самбо серҙәренә төшөнә. “Батыр” тәрбиәләнеүселәре район һабантуйҙарында милли көрәш буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ла беренселекте бирмәйҙәр. Шулай уҡ хеҙмәт дәрестәрен дә яратып алып бара уҡытыусы. Районда уҙғарылған төрлө күргәҙмәләрҙә, олимпиадаларҙа уҡыусылары менән әүҙем ҡатнаша.

Ленара Нәзим ҡыҙы менән ике малайға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Улдары Илназ менән Айгиз икеһе лә Мәскәү ҡалаһында. Өлкәндәре һөнәре буйынса эшләп йөрөһә, кеселәре Айгиз Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының VI курс студенты. Кесе ҡыҙҙары Ҡәҙриә мәктәптә IX класта уҡый. Балалары барыһы ла аталары кеүек спортҡа ғашиҡ. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, йорт эштәрендә лә булышалар.

Кеше үҙен тулыһынса бәхетле тойһон өсөн сәләмәтлек менән яратҡан ғаиләнән тыш, күңеленә яҡын эш тә кәрәк, тиҙәр. Нәфғәт Әүхәт улы быларҙың барыһына ла эйә.
Читайте нас: