Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2019, 16:37

Асҡында "Рәсәй саңғы юлы-2019" ярышы гөрләп үтте

Райондың саңғы трассаһында “Рәсәй саңғы юлы-2019” ярышы үтеп, барлығы 167 ҡатнашты. Унда теләгән кеше етеҙлектә көсөн һынай алды. Иң бәләкәс өс йәшлек саңғысылар Ҡарткиҫәктән килгәйне. Улар бер туған Азат һәм Илдар Мулләхмәтовтарҙың улдары Әнүәр, Усман һәм Әхмәд. Алты кеше 55 йәштән уҙған өлкәндәр булды. 42 кеше разряд нормативы тапшырҙы.
Читайте нас: