Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Сентябрь 2018, 16:13

Ҡариҙел районында туристик слет үтте



Сараның тантаналы өлөшөн Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге методисы Ф. Дәүләтшина асты. Үҙәк директоры Д. Хәсәнова ла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уңышлы старт теләне, уҡыусыларҙың туристик слетта үҙҙәренең таһыллығын, етеҙлеген, зирәклеген, еңеүгә ынтылышын күрһәтеренә ышаныс белдерҙе.

Һәр команда йыр, эмблема һәм девиз әҙерләгәйне. Командирҙар баш судья В. Әхмәтнуровҡа рапорт тапшырҙы, унан һуң фестивалдең флагы күтәрелде. Ярыштар башланыр алдынан тренерҙар балаларға кәңәштәр бирҙе.

Уҡыусылар ҡаршылыҡтар һыҙаты башлана торған ергә йүнәлде. Старт алдынан әҙерлекте тикшергәндән һуң, йәрәбә буйынса беренсе булып Ҡариҙел 1-се урта мәктәбе ҡуҙғалды. Ҡаршылыҡтар һыҙаты — ул бер нисә ҡатмарлы этап: тау битенә менеү һәм төшөү, аҫмалы күперҙе үтеү, ныҡлы туристик төйөн бәйләп күрһәтеү, топографик билдәләрҙе белеү.

Туристик техника буйынса был юлы Ҡариҙел 1-се мәктәбенең кесе төркөмөндә ҡатнашыусылар һәм Ҡариҙел 2-се мәктәбенең юғары класс уҡыусылары еңеү яуланы. Ҡариҙел 1-се мәктәбенең өлкән төркөмө һәм Урғыш мәктәбенең кесе төркөмө вәкилдәре II урынға сыҡты. Хәлил һәм Әртәкүл мәктәптәре III урын яуланы.

Тыуған яҡты өйрәнеү конкурсында С. Шляпникова (Ҡариҙел 1-се мәктәбе) менән Э. Йыһангирова (Ҡортлокүл) иң көслөләр тип танылды. II урынды — Р. Шакирова (Хәлил), III урынды Э. Ситдиҡова (Урғыш мәктәбе) яуланы.

Балалар урынды билдәләү, велосипедта дистанцияны ваҡытҡа үтеү кеүек биремдәрҙе үтәне. Бынан тыш тест, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүгә конкурс, тарихты, географияны, тыуған яҡты белеүгә викторина үткәрелде. Уҡыусыларҙың яҡшы сығыш яһауы күнекмәләр һөҙөмтәһен һәм уҡытыусыларҙың, балаларҙың маҡсатсанлығын, тырышлығын күрһәтте.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса өлкән төркөмдә Ҡариҙел 2-се мәктәбе — I, Ҡариҙел 1-се мәктәбе II урынға лайыҡ булды. Кесе төркөмдә лә Ҡариҙел 1-се мәктәбе командаһы еңде. II урынға — Урғыш, III урынға Хәлил мәктәбе уҡыусылары сыҡты. Еңеүсе командаларға һәм призерҙарға грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды.

Люция Карамова. Тимур Хәлимов фотоһы.
Читайте нас: