Кисә районда самбо буйынса ике аҙналыҡ республика уҡыу-күнекмә йыйыны башланды. Унда республикабыҙҙың алты ҡалаһынан, өс районынан һәм Пермь өлкәһе Чернушка ҡалаһынан 2003-2005, 2006-2008 йылғы малай, ҡыҙҙар ҡатнаша.
Сараны асыу тантанаһында Асҡын районы хакимиәте башлығы Фларит Усманов, уның урынбаҫары Фоат Фәтхуллин ҡатнашты. Үҙ спортсыларын дәртләндереү маҡсаты менән башҡа район һәм ҡалаларҙан да етәкселәр, республикабыҙҙа билдәле тренерҙар ҙа килгәйне.
Республикабыҙ сәнғәтендә үҙ урынын, үҙ тамашасыларын тапҡан һәләтле артистар — Асҡын егеттәре Марат Шайбәков менән Айрат Ғәлиевтың матур сығыштары сараны биҙәне.