Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Март 2018, 12:21

Рәжәб айы башланды

18 мартта ҡояш байығандан һуң мосолман календары буйынса Рәжәб айы башланды. Изге Рәжәб айы — Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Был айҙа Рәғәиб кисе көнө бар.

18 мартта ҡояш байығандан һуң мосолман календары буйынса Рәжәб айы башланды. Изге Рәжәб айы — Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Был айҙа Рәғәиб кисе көнө бар.
Был изге айҙың 27-се кисендә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм күккә күтәрелә, Аллаһ Тәғәлә белән осраша. Мосолмандарға ошо көндә биш ваҡыт намаҙ фарыз була. Шулай уҡ ошо айҙа динебеҙгә һәм мосолмандар тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡиғалар күп. Шуға ла, мосолмандар был айҙы ҡәҙерләп изге тип һанай. Был айҙан һуң килгән Шәғбан айы ла изге. Унан һуң изге Рамаҙан килә. Ошо ике айҙа беҙ Рамаҙан айына әҙерләнәбеҙ.
Рәжәб айында мосолмандар нәфел ураҙалары тота, саҙаҡалар бирә, күңелдәрен сафландыра. Ошо мөбәрәк айҙарҙа әжер-сауап изге ғәмәлдәргә 100 мәртәбә артыр, ти. Изге Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙарында яман эштәрҙән һаҡланып, изге ғәмәлдәрҙе күберәк башҡарһаҡ, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте булыр.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Читайте нас: