Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2018, 13:32

Олег Табаков вафат булған

Кисә Мәскәүҙә Рәсәй һәм Совет театры һәм кино актеры, СССР-ҙың халыҡ артисы Олег Табаков вафат булды, тип хәбәр итә «Известия». Уға 82 йәш булған.

Кисә Мәскәүҙә Рәсәй һәм Совет театры һәм кино актеры, СССР-ҙың халыҡ артисы Олег Табаков вафат булды, тип хәбәр итә «Известия». Уға 82 йәш булған.
Һуңғы ваҡытта Олег Табаков «Табакерка» театрында һәм Чехов исемендәге Мәскәү художество театрында художество етәксеһе булып эшләгән.
Танылған театр һәм кино актеры, режиссер, педагогты 2017 йылдың 27 ноябрендә дауаханаға һалалар. Уға сепсис һәм «тәрән һаңғырауланыу синдромы» тигән диагноз ҡуялар.
Актерға трахеостомия эшләйҙәр, уны бер нисә тапҡыр үпкәне яһалма елләтеү аппаратына һалалар. Шул мәлдән алып артист Мәскәүҙә Н.И. Пирогов исемендәге 1-се ҡала клиник дауаханаһында ятты.
СССР-ҙың халыҡ артисы Олег Табаков элекке Советтар Союзының һәр телевидение һәм кино ҡараусыһына тиерлек төп һәм эпизод ролдәрен башҡарыусы, шулай уҡ байтаҡ йәнһүрәт һәм документаль фильмдарҙы тауышлы итеүсе актер булараҡ билдәле.
Читайте нас: