Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2018, 12:38

Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубаревҡа «Дуҫлыҡ Ордены»н тапшырҙылар

Шаршамбы, 28 февралдә, Кремлдә тантаналы шарттарҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Пхёнчхандағы XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары осрашты һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Уйындарҙа алтын миҙал яулаусы Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев дәүләт башлығынан «Дуҫлыҡ Ордены»н алды.

«Миллионлаған Рәсәй көйәрмәне өсөн хоккейҙағы еңеүебеҙ ҙә, һис шикһеҙ, ҙур бүләк булды. Ысынында иһә, милли боҙ дружинаһы беҙҙе, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бер аҙ тулҡанлындарҙы, әммә шулай ҙа көс туплап, күптән көтөлгән Олимпия миҙалын алды», — тине Владимир Путин.
Башҡортостандың «Салауат Юлаев» командаһынан сыҡҡан Андрей Зубарев шулай уҡ 4 миллион һум һәм BMW X6 автомобиле менән бүләкләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратовҡа Олимпия «бронзаһы» өсөн Владимир Путин икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалын тапшырҙы.
Читайте нас: