Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Февраль 2018, 18:48

Ҡариҙел «йәш армия»сылары ҡыйыулығы, оҫталығы менән һоҡландыра

Йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса Ҡариҙел районында маҡсатлы эш алып барыла. Уларҙың һуғыш һәм тыл, хеҙмәт ветерандары, республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыу­ы, егеттәрҙе әрме сафына тантаналы оҙатыуҙар, ҡаршы алыуҙар матур йолаға әйләнде.

Йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү буйынса Ҡариҙел районында маҡсатлы эш алып барыла. Уларҙың һуғыш һәм тыл, хеҙмәт ветерандары, республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыу­ы, егеттәрҙе әрме сафына тантаналы оҙатыуҙар, ҡаршы алыуҙар матур йолаға әйләнде.
2016 йылдың 29 июлендә дәүләт теркәүе алған “Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе быға асыҡ дәлил. Ришат Ғәлинуров етәкселек иткән район бүлексәһенә 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге 120 егет һәм ҡыҙ ингән.
— Ойошманың Ҡариҙелдәге бүлексәһе 2017 йылдың 30 мартында барлыҡҡа килде. Был көндө район Мәҙәниәт һарайында 100 егет һәм ҡыҙ тантаналы рәүештә “йәш армия”сылар сафына инде. Гимн яңғыраны, “Йәш армия” байрағы тапшырылды, ҡыҙҙар һәм егеттәр ант бирҙе, — тип районда “Йәш армия” бүлексәһен ойоштороу тураһында һөйләне уның етәксеһе Ришат Йыһанур улы. — Был ойошманың маҡсаты — үҫеп килеүсе быуында ил тарихына һәм уның халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу, йәш ватандаштарыбыҙҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, егеттәрҙе армия хеҙмәтенә әҙерләү. Юғарыла әйтелгәндәрҙе күҙ уңында тотоп, беҙ ҙә әүҙем эш башланыҡ. Үҫмерҙәрҙе физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу менән бер рәттән, уларҙа юғары рухи-әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү өҫтөндә эш алып барабыҙ. “Йәш армия”ға ҡабул ителгән 18 егет менән даими рәүештә ныҡлы әҙерләнәбеҙ. Улар бик теләп шөғөлләнә, ысын ир-егеттәр һымаҡ батыр, етеҙ, ғорур һәм белемле булырға ынтыла.
Ватан өсөн аямай ғүмерен биргән яҡташтарыбыҙ бихисап. Тап ошо ҡаһармандарыбыҙ батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Йәш быуын уларҙы белеп, үрнәк алып, ғорурланып үҫһен өсөн төрлө саралар үткәрәбеҙ.
“Йәш армия”сылар районда, төбәктә спорт, туризм буйынса һәм башҡа тарихи әһәмиәттәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ призлы урын­дар­ яулай. Мәҫәлән, Межгорье ҡалаһында үткән “Йәш разведчик” төбәк-ара хәрби-патриотик берләшмәләр слетында ҡариҙелдәр барыһынан да яҡшы сығыш яһап, беренсе урынға сыҡты. Ағиҙел ҡалаһында үткән республика йомғаҡлау лагерында ла егеттәребеҙ һынатманы. Улар физик һәм ихтыяр көсө, тапҡырлыҡ, түҙемлек талап иткән һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, айырым конкурстарҙа — беренсе, ә дөйөм иҫәптә етенсе урынға сыҡты. Был да республика буйынса бик яҡшы күрһәткес.
Егеттәр шулай уҡ районда үткәрелгән тантаналы сараларҙы уҙғарыуҙа ла ярҙам итә. Уларҙың сығышын тамашасылар һәр саҡ көслө алҡыштарға күмә. Ҡул һуғышы буйынса егеттәр күрһәткән күнекмәләр һәм сослоҡ, тәүәккәллек талап иткән ҡатмарлы трюктар күптәрҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
Яңы ғына тарихи үткәне булған “Зарница” уйынын да ҙур әҙерлек менән үткәрҙек.
Шуныһы ла һөйөнөслө, беҙҙең бер егетебеҙ Илназ Шаниязов әлеге мәлдә Мәскәү өлкәһендә үткән “Мин — Йәш армия” беренсе Бөтә Рәсәй йәштәр патриотик форумында ҡатнаша. Был да беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Сөнки был сарала ҡатнашыу өсөн Илназ тәүҙә республика буйынса һайлап алыу конкурсында һынауҙар үтте, үҙенең уңыштары һәм ҡаҙаныштары хаҡында эссе яҙҙы. Шулай итеп, ул форумда ҡатнашыусы республика делегацияһы составына инде.
Йәй көнө "Йәш спецназсы" лагерын ойошторабыҙ. Унда район буйынса 80 бала күңелле һәм файҙалы ял итә. Үткән йыл лагерға яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Владимир Әлимов та килгәйне.
Ришат Ғәлинуров билдәләүенсә, илһөйәрлек рухы, хәрби әҙерлек бала саҡтан уҡ тәрбиәләнеп, артабан маҡсатлы нығытылырға, үҫтерелергә тейеш. Шик юҡ, киләсәктә Ҡариҙел “Йәш армия” бүлексәһе үҙ сафына йылдан-йыл үҫмерҙәрҙе күберәк йәлеп итеп, уларҙан Ватан намыҫын һәм мәнфәғәттәрен һаҡларға һәм яҡларға әҙер булған ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләр.
Читайте нас: