Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2018, 12:29

Яңы Бөрмәлә «Масленица» байрамы уҙҙы

Ауыл шат тауыштарҙан гөрләп торҙо. Халыҡ сәхнәләштерелгән тамаша ла ҡараны, ҡоймаҡтар менән сәй ҙә эсте, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Байрамға килеүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы Асҡын ауыл биләмәһе башлығы Рәзиф Махатов ҡотлап, ошо кәйефтең мөмкин тиклем оҙаҡҡараҡ һуҙылыуын, сәләмәтлек теләне.

Яңы Бөрмә, Ҡуяштыр, Төй ауылы клубтары методистары тарафынан үткәрелгән сараны район Мәҙәниәт йортоноң «Мелодия» ансамбле сығышы ла йәмләне. Әйткәндәй, «Масленица» уҙған йыл Ҡуяштырҙа ойошторолған.
Лилиә Шәрифғәлиева.
Читайте нас: