Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2018, 17:13

Мишкәлә «Рәсәй саңғы юлы-2018» ярышы уҙҙы

Башҡортостанда «Рәсәй саңғы юлы-2018» ярышы ойошторолдо. Мишкәләр ҙә был спорт байрамына ихлас ҡушылды. Уның маҡсаты — өлкәндәрҙе һәм йәштәрҙе саңғыла шыуырға йәлеп итеү, халыҡ араһында физик культураны һәм спортты пропагандалау.

Башҡортостанда «Рәсәй саңғы юлы-2018» ярышы ойошторолдо. Мишкәләр ҙә был спорт байрамына ихлас ҡушылды. Уның маҡсаты — өлкәндәрҙе һәм йәштәрҙе саңғыла шыуырға йәлеп итеү, халыҡ араһында физик культураны һәм спортты пропагандалау.

Быйылғы саңғы байрамы Көньяҡ Кореяның Пхенчхан ҡалаһында Ҡышҡы олимпия уйындарының асылыуына тап килде. Район халҡы үҙенең әүҙемлеге менән олимпиясыларыбыҙға көс-дәрт өҫтәгәндәй булды. Сарала барлығы 377-нән артыҡ кеше ҡатнашты. Тантаналы шарттарҙа Юрий Айгузин менән Валентин Саликовҡа ҡышҡы триатлон буйынса спорт мастерына кандидат исеменә документтар тапшырылды.

Сараның иң күңелле мәле күмәк йүгереү булды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа, йәшкә, категорияға ҡарамайынса, үҙ дистанцияларына бер юлы ҡуҙғалды. Өлкән үҫмерҙәр һәм 30 йәшкә тиклемге ир-егеттәр — биш, 60 йәштән өлкән спорт ветерандары —бер, ҡалғандар өс километрға йүгерҙе. Һәр йәш категорияһында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнеп, почет грамоталары, миҙалдар һәм «Рәсәй саңғы юлы» логотиплы иҫтәлекле башлыҡ бүләк ителде.

Икенсе көндө саңғы спортын үҙ итеүселәр Ирсай ауылында СССР спорт мастерҙары Алексей, Игорь һәм Ирина Ишмурзиндар призына йыл да үткәрелгән ярышта ҡатнашты.

Белешмә. «Рәсәй саңғы юлы» 1982 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта.

Алена Григорьева.
Читайте нас: