Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2018, 11:49

Балтас йөҙөүселәре икенсе урын яуланы

Асҡын ауылында 2003-2004, 2005-2006, 2007-2008 йылдарҙа тыуған үҫмер ҡыҙ һәм малайҙар араһында йөҙөү буйынса турнир үтте. Балтас районы уҡыусылары ла унда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Асҡын ауылында 2003-2004, 2005-2006, 2007-2008 йылдарҙа тыуған үҫмер ҡыҙ һәм малайҙар араһында йөҙөү буйынса турнир үтте. Балтас районы уҡыусылары ла унда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
100 метрға йөҙөүҙә шәхси беренселектә егеттәр араһында Айҙар Мулләхмәтов (2-се мәктәп) — I, ҡыҙҙар араһында Алһыу Ғәйниәхмәтова (2-се мәктәп) — II, Ләйсән Мәхмүтова (1-се мәктәп) III урын яуланы.
50 метр дистанцияла Денис Ниғәмәтуллин ( 1-се мәктәп) — I, Илнур Әхмәҙиев (2-се мәктәп) — III, ә 25 метр араны йөҙөүҙә Даниил Хәкимов ( 2-се мәктәп) — II, Әмир Ахкамов (2-се мәктәп) III урын яуланы.
4х50 ҡатнаш эстафетала беҙҙең команда II урынға сыҡты. Еңеүселәрҙе грамота һәм миҙалдар менән бүләкләнеләр.
Читайте нас: