Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2018, 12:39

“Йондоҙло”нан кеше өҙөлмәй

“Йондоҙло” ял базаһы — ҡариҙелдәрҙең генә түгел, күрше-тирә райондарҙың да яратҡан урыны. Ҡышҡы каникул ваҡытында бында бигерәк халыҡ күп булды. Ололар ҙа, балалар ҙа эш, өй мәшәҡәттәренән арынып, саф һауала рәхәтләнеп ял итте.

“Йондоҙло” ял базаһы — ҡариҙелдәрҙең генә түгел, күрше-тирә райондарҙың да яратҡан урыны. Ҡышҡы каникул ваҡытында бында бигерәк халыҡ күп булды. Ололар ҙа, балалар ҙа эш, өй мәшәҡәттәренән арынып, саф һауала рәхәтләнеп ял итте.
“Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексы өс яҡтан да һыу менән уратып алынған. Туристарҙы үҙенең матур тәбиғәте, саф һауаһы һәм бирелә ялды күңелле генә түгел, ә файҙалы ла үткәреү өсөн күп мөмкинлектәр булыуы менән ылыҡтыра. Бында ғаилә, дуҫтар менән ҙур компанияла рәхәтләнеп ял итергә була, эшлекле осрашыуҙар үткәреү өсөн дә уңайлы. Комплекста бер юлы 500-ҙән артыҡ кеше ял итә ала. База баш ҡала туристары араһында ғына түгел, сит райондарҙан, өлкәләрҙән килеүселәр араһында ла популярлыҡ яулаған.
Комплекс ике дүртәр ҡатлы “Йондоҙло” һәм “Фестиваль” ҡунаҡханаларын, айырым торған өйҙәрҙе — бунгалоларҙы үҙ эсенә ала. Номерҙар бер нисә категорияға бүленгән — «стандарт»тан алып “люкс”ҡа тиклем. 300 урынға иҫәпләнгән “Йондоҙло күк” ресторанында ҡунаҡтарға швед өҫтәле системаһы буйынса һәм комплекслы туҡланыу тәҡдим ителә. “Йондоҙло” ҡунаҡханаһының лобби-барында тәмле бургерҙар, пицца, төрлө ҡабымлыҡтар, пирожное, һөт коктейлдәре һәм туңдырма тәмләп ҡарарға була. Йылдың йылы миҙгелендә йәйге кухняла тәмле шешлек, ысын үҙбәк былауы, шауырма һәм төрлө эсемлектәр әҙерләнә.
Балалары менән килеүселәргә лә борсолоу өсөн урын юҡ. Улар махсус уйын майҙансыҡтарында, уйын бүлмәләрендә рәхәтләнеп күңел аса. Бәләкәс ял итеүселәр өсөн айырым меню ҡаралған.
“Йондоҙло” ял базаһында әүҙем һәм күңелле ял өсөн мөмкинлектәр байтаҡ. Бирелә сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәргә футбол майҙансығы, теннис корты, иң популяр һәм заманса тренажерҙар менән йыһазландырылған зал эшләй. Бынан тыш рәхәтләнеп боулинг, бильярд уйнарға мөмкин. Шулай уҡ бирелә сауна йәки ысын рус мунсаһы инергә лә була. Ҙур ябыҡ бассейн һәм джакузи ҙа ялды төрләндерә. Гүзәл заттар өсөн комплекста бөҙрәхана, турбо-солярий, заманса SPA-салон эшләй. Дөйөм һауыҡтырыу программаларынан тыш, бирелә профессиональ массаж кабинеты ла бар.
Ҡышҡы ялға килгәндә, яҡтыртылған трассала рәхәтләнеп саңғы, ә ҙур шыуғалаҡта тимераяҡта, тауҙан тюбингта шыуырға, заманса сноу-паркка барырға, ҡаргиҙгестә йөрөргә, йәки Павлов һыуһаҡлағысы буйлап сәйәхәткә сығырға мөмкин. Саңғыла һәм сноубордта йөрөү техникаһын яңы үҙләштереүселәргә асыҡ йөҙлө инструкторҙар һәр ваҡыт ярҙамға килә.
Йәйен һыу мотоциклында, кәмәлә, катамаранда йөрөргә, квадроциклдарҙа, велосипедта елдерергә була.
Бирелә балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар өсөн махсус эшләнгән урындар бар. Базаға балыҡ тоторға сит өлкәләрҙән дә киләләр. Яратҡан шөғөлдәренән кинәнес табыусыларҙы тәбиғәт матурлығынан тыш яҡшы хеҙмәтләндереү ҙә йәлеп итә.
“Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексы слет, конференция, съезд, семинар, тренингтар, спорт йыйындары, конкурстар, ғаилә байрамдары, туйҙар үткәреү өсөн дә иң уңайлы һәм матур урын.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: