Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ноябрь 2017, 13:59

Башҡортостан спортсыһы Гөлназ Ғөбәйҙуллина - заманса бишбәйге буйынса донъяның иң яҡшы спортсыһы

Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Гөлназ Ғөбәйҙуллина заманса бишбәйге буйынса донъяның иң яҡшы спортсыһы тип танылды. Халыҡ-ара заманса бишбәйге союзы башҡарма комитеты ултырышының йомғаҡтары буйынса Рәсәй йыйылмаһы — йылдың иң яҡшы командаһы, ә Гөлназ Ғөбәйҙуллина — йылдың иң яҡшы спортсыһы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың август айында Гөлназ Ғөбәйҙуллина карьераһында тәүгә донъя чемпионатында еңде. Ул Египетта уҙҙы. 20 йыл эсендә донъя беренселегендәге шәхси ярыштарҙа тәүгә Рәсәй ҡыҙы алтын миҙал яуланы.
Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, заманса бишбәйге буйынса Рәсәй йыйылмаһы икенсе йыл рәттән донъяның иң яҡшы командаһы тип танылды. Был исем UIMP эгидаһы аҫтында (төрлө йәш категорияһындағы спортсылар араһында донъя чемпионаттарында, Донъя кубогы этаптарында, Донъя кубогы финалында) спортсылары бөтә эре турнирҙарҙа иң күп миҙал яулаған командаға бирелә.
Белешмә. Гөлназ Ғөбәйҙуллина Яңы Уренгой ҡалаһында тыуған. Ун йәшендә ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Башта ҡыҙ йөҙөү менән шөғөлләнә, ә 11 йәшендә бишбәйгегә күсә. 2003 йылдан башлап 2014 йылғаса Гөлназ Ғөбәйҙуллина Өфөлә тренер Игорь Шохов етәкселегендә шөғөлләнә.
Был ваҡыт эсендә Башҡортостан спортсыһы күп тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе һәм призер булды. Билдәләп үтергә кәрәк, Гөлназ үҫмерҙәр араһында Йәйге Олимпия уйындарында награда яулаған берҙән-бер Рәсәй спортсыһы булды. 2010 йылда Ғөбәйҙуллина шәхси зачетта «бронза» яуланы.
«Башинформ»дан.

Читайте нас: