Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ноябрь 2017, 14:13

«Данилға тиңләшегеҙ!»

Бөрө ҡалаһында “Бөрө сиңерткәһе” асыҡ республика турниры үтте. Ярыш приздары өсөн илебеҙҙең 14 төбәгенән 118 спортсы көс һынашты. 2005-2006, 2003-2004, 2001-2002, 1999-2000, 1998 йылғы һәм унан өлкәнерәк ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында миҙалдар уйнатылды. Ярышта Бөрөнән билдәле спортсы, донъя чемпионатының көмөш призеры, Рәсәй чемпионы Данил Лысенко ҡатнашты. Бөрөләр бәйгелә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Бөрө ҡалаһында “Бөрө сиңерткәһе” асыҡ республика турниры үтте. Ярыш приздары өсөн илебеҙҙең 14 төбәгенән 118 спортсы көс һынашты. 2005-2006, 2003-2004, 2001-2002, 1999-2000, 1998 йылғы һәм унан өлкәнерәк ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында миҙалдар уйнатылды. Ярышта Бөрөнән билдәле спортсы, донъя чемпионатының көмөш призеры, Рәсәй чемпионы Данил Лысенко ҡатнашты. Бөрөләр бәйгелә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Береһе зәңгәр, береһе аҡ. Данил Лысенко аяғында Лондонда донъя чемпионатында көмөш миҙал яулағанда кейгән шул уҡ кроссовкалар. Бер аҙнанан һуң ул ошо уҡ кроссовкаларҙа үҙенең иң юғары — ике метр 38 сантиметр бейеклекте яуланы. Шунан башлап атлет бөтә яуаплы сараларҙа ике төрлө аяҡ кейемендә сығыш яһай. Был үҙенә күрә бер талисман. Ә тарихы уның ябай ғына.
— Донъя чемпионатында уң аяғыма кейгән кроссовкам ныҡ иҫкерҙе, елеме ҡуба башланы, һәм уны нәҡ шундай уҡ, ләкин икенсе төҫтәге кроссовкаға алмаштырырға тура килде. Бына шунан уңыш килтергән ике төрлө аяҡ кейемендә һикерә башланым, — ти Данил.
Еңел атлет республика чемпионатында ла ҡул ҡаушарып ултырмай, ул бөтәһе менән бер рәттән сығыш яһарға һәм һәр ҡуйылған бейеклеккә үҙенең хоҡуғын иҫбатларға тейеш. Үҙе шөғөлләнгән Бөрө мәктәбенең спорт залында ике метр 27 сантиметрлыҡ рекордын ул әлегә ҡуйманы. Турнирҙа ла Данил күнекмә ваҡытында алған имгәнеүе арҡаһында 2,09 билдәһендә туҡтаны.
— Был йәрәхәт киләсәктә алға барырға ҡамасауламаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Данил ҡышҡы миҙгелдә лә, йәйен дә юғары бейеклек күрһәтәсәк, — ти еңел атлетика буйынса юғары категориялы тренер Николай Ковальский.
Иванов өлкәһенән Никита Михайлов бөтәһен дә уҙып, ике метр 13 сантиметр бейеклеккә һикерҙе. Шулай булһа ла, шәхси рекордына өс сантиметрҙы еткерә алманы.
Ярославль ҡалаһынан Анастасия Дубова бынан өс йыл элек нәҡ Бөрөнөң “Юность” спорт мәктәбендә үҙенең шәхси рекордын ҡуя. Ә бөгөн ул 177 сантиметр һөҙөмтә менән юниорҙар араһында турнир еңеүсеһе булды.
Бөрө атлеттары төрлө йәш категорияларында призерҙар һаны буйынса лидерҙар рәтендә. “Беҙ хәҙер — республиканың иң көслө мәктәптәренең береһе. Бөтә йәш категорияларында ла лайыҡлы сығыш яһайбыҙ. Рәсәйҙең бейеклеккә һикереү буйынса иң көслө өс мәктәбе иҫәбенә керәбеҙ, тип уйлайбыҙ. Беҙҙең Данил Лысенко — донъя чемпионатының көмөш призеры, ололар араһында ла юғары урын биләйбеҙ”, — ти “Бөрө сиңерткәһе” республика чемпионатының баш судьяһы Алексей Шалопин.
Бейеклеккә һикереү буйынса еңел атлеттар өсөн ҡышҡы старттар ғинуарҙа башлана, ә февралдә илдең иң яҡшы һикереүселәре Рәсәй чемпионатына бара.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Читайте нас: