Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ноябрь 2017, 11:17

Спортсы, философ һәм шағир

Кирзә ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ, гер күтәреү буйынса абсолют чемпион Альберт Миңлебаев — һоҡланғыс шәхес. Ул оҙаҡ йылдар сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, йәмғиәткә файҙа килтереү тураһында уйлана, ә спорт уның өсөн бөтөн бер философия.

Кирзә ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ, гер күтәреү буйынса абсолют чемпион Альберт Миңлебаев — һоҡланғыс шәхес. Ул оҙаҡ йылдар сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, йәмғиәткә файҙа килтереү тураһында уйлана, ә спорт уның өсөн бөтөн бер философия.
Альберт Миңлеғәлим улы 1960-сы йылғы, Кирзә урта мәктәбен, аҙаҡ Стәрлетамаҡ физик культура һәм спорт техникумын тамамлай. 1984 йылдан башлап Кирзә урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Бына 30 йылдан артыҡ ул халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша, бер тапҡыр ҙа еңеүһеҙ ҡайтҡаны юҡ. Уның титулдарын һанап та бөтөрөрлөк түгел: күп тапҡырҙар абсолют донъя, Европа, Евразия, Азия, Рәсәй, Белоруссия чемпионы, 17 тапҡыр Бөтә донъя Олимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры, атҡаҙанған тренер, атҡаҙанған халыҡ-ара категориялы судья, дүрт тапҡыр Гиннесс рекордтары китабына ингән. Уҙған йыл март айында Архангельск ҡалаһында үткән сираттағы донъя һәм Европа чемпионатында ул 40 йәш һәм унан өлкәнерәктәр категорияһында бик күп дисциплинала еңеп, 100 тапҡыр донъя чемпионы һәм 50 тапҡыр донъя рекордсыһы булды.
Әлегә тиклем дауам иткән спорт тормошонда Альберт Миңлеғәлим улы байтаҡ төрлө кубок, награда, миҙал, грамота, диплом, рәхмәт хаттарына (улар күптән меңдән ашыу булған) лайыҡ булған. Ул исемле алтын гер һәм алты спорт ордены кавалеры эйәһе лә. Был еңеүҙәрен һәм уңыштарын билдәле спортсы үҙенеке генә тип һанамай.
“Ә күптән түгел билдәле яҡташыбыҙ сираттағы тапҡыр бөтә донъяға үҙенең көсөн күрһәтте. Гер спорты буйынса III Бөтә донъя Олимпия уйындарынан юғары дәрәжәләге барлыҡ наградаларҙы яулап, ул абсолют чемпион исеменә лайыҡ булып ҡайтты.
Олимпиада сентябрь урталарында Витебск ҡалаһында (Беларусь) 50 илдән 550 гер күтәреүсе ҡатнашлығында үтте. Улар араһында Альберт Миңлебаев та бар ине. Уға икмәк тотоп милли йыйылма команда башында, үҙе артынан барлыҡ Рәсәй спортсыларын эйәртеп алып барыу хоҡуғы бирелде. Бынан тыш, Альберт Миңлеғәлим улы Азия йыйылма командаһы өсөн дә сығыш яһаны. Унда Азия дәүләттәренең иң көслө гер күтәреүселәре саҡырылғайны. Тағы ла шул уҡ ваҡытта үткән башҡа спорт сараларында ла ҡатнашты.
Шулай итеп, Олимпия уйындарының барлыҡ көнөндә спортсыбыҙ 11 алтын миҙал , биш кубок, 11 диплом, рәхмәт хаттарына лайыҡ булды, Олимпиаданың абсолют чемпион титулын яуланы, шулай уҡ донъя рекорды ҡуйҙы.
А. Миңлебаев фекеренсә, уның йәшендә ошондай уңыштарға физик әҙерлек ярҙамында ғына өлгәшеп булмай, ә эске ынтылыш, рухи көс һәм донъя менән гармонияла булыу шарт. Спортсы тыуған яғына, кешеләргә һәм хатта үҙенең спорт юлдаштары — герҙәренә лә һөйөү менән баға.
— Күптәр барыһына ла нисек өлгөрөүемә аптырай, мин бит спортсы ла, тренер ҙа, массажсы ла. Миңә көс тирә-яҡ донъяға булған һөйөүемдән килә, — ти ул.
Яҡташыбыҙ ярыштарҙан күңел күтәренкелеге алып ҡайта: төрлө илдәрҙән килгән кешеләр менән аралашыу уға шатлыҡ, яңы тәжрибә, рухи байлыҡ бүләк итә.
—Киләсәктә ярыштарҙа ҡатнашырмынмы, юҡмы, әйтә алмайым, ваҡыт күрһәтер. Ләкин күнекмәләрҙе ташламайым, шулар менән ғүмеремде оҙонайтам бит. Йәшәгән һайын күңелемә яҡын эш менән шөғөлләнеүемә инанам, — ти билдәле спортсы.
Л. Бәҙретдинова.
Т. Хәлимов фотоһы
Читайте нас: