Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август 2017, 17:31

Һәләтле һәм тәжрибәле тренер

Айрат Садиҡовтың тәрбиәләнеүселәре республика кимәлендә уңыш ҡаҙана Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры ул Айрат Садиҡов. Физик көс, тактиканы белеүгә ҡарағанда балаларҙың психологик әҙерлеге, еңеүгә ысын күңелдән ышаныуҙары мөһимерәк икәнен билдәләй 18 йыллыҡ стажға эйә тренер.

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры ул Айрат Садиҡов. Физик көс, тактиканы белеүгә ҡарағанда балаларҙың психологик әҙерлеге, еңеүгә ысын күңелдән ышаныуҙары мөһимерәк икәнен билдәләй 18 йыллыҡ стажға эйә тренер.
— Еңеүгә үҙеңдә ышаныс булмай тороп, балаларҙа был хисте уятыу мөмкин түгел. Тренировкаларҙа һалынған тырышлыҡ — ышаныс нигеҙе, — ти Айрат Ҡасим улы.
Тәрбиәләнеүселәрҙе алға әйҙәү өсөн ойоштороу һәләте көслө булырға тейеш. Айрат Садиҡовта бындай һәләт 87-се Балтас һөнәрселек училищеһында уҡыған йылдарында бөрөләнә. Уҡыу йортоноң волейбол командаһы капитаны була ул. Нәҡ шул йылдарҙа йыйылма команда зона ярыштарында алдынғы урындар яулай. Егеттә үҙ-үҙенә ышаныс арта. Спорттан айырылырға теләмәүе ҡулына диплом алғас, уны Стәрлетамаҡ физик культура техникумына алып килә. Артабан армия сафтарында хеҙмәт итә. Физкультура уҡытыусыһы булараҡ хеҙмәт юлын Иҫке Тимкә мәктәбендә башлай. 1999 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә эшкә күсә. Ошо ваҡыттан алып ул үҙен һәләтле тренер булараҡ таныта. Тәүҙә тәрбиәләнеүселәре район күләмендәге турнирҙарҙа һәм зона ярыштарында призлы урындар яулай. Һуңғы өс йыл тренер өсөн үтә уңышлы булған. Уҡыусылары республика күләмендә яулаған еңеүҙәре менән һөйөндөрә. Былтыр улар Башҡортостан беренселегендә 12 команда араһында өсөнсө урын яулай. Ҡыҙҙар командаһы Борай районында уҙған зона ярышында ете команда араһында икенсе урынға сыға. Оҙаҡ йылдар дауамында һалынған тырышлыҡ емештәре был.
Юғары категориялы тренер-уҡытыусы кесе һәм өлкән йәштәге балаларға волейбол уйнау серҙәрен өйрәтә, унда ете тиҫтәнән артыҡ бала шөғөлләнә. Быларҙан тыш, ул ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан тупланған район йыйылма волейбол командаһын етәкләй.
Айрат Ҡасим улы «Һәр балаға шәхси ҡараш кәрәк» тигәндән сығып эш итә. Берәүгә маҡтау килешһә, кемдер шелтә алғандан һуң, нығыраҡ тырыша икән. Бәләкәйҙән спортты яратҡан кеше булараҡ, ул күберәк балаларҙы волейбол секцияһына йәлеп итеп, физик һәм рухи яҡтан да көслө спортсылар тәрбиәләргә теләй.
— Ниндәй генә спорт төрө алһаҡ та, ул кешене уйларға, иң мөһиме, тәртипкә өйрәтә. Спорт кешенең холҡо, донъяға ҡарашы формалашыуҙа мөһим роль уйнай. Ғөмүмән, беренселекте яулауҙы ғына маҡсат итеп ҡуйырға ярамай, ул беҙҙең төп байлығыбыҙ — сәләмәтлегебеҙ нигеҙе, — ти Айрат Ҡасим улы.
Айрат Садиҡовтың тормош иптәше Рүзилә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Улар матур донъя ҡороп, ике ҡыҙ тәрбиәләй.