Йыл һайын 8 июндә илебеҙҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һ.б. – ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала.
Районыбыҙҙа был өлкәлә 26 кеше эшләй. Улар иңенә ҙур яуаплылыҡ - дәүләттең айырым хәстәренә мохтаж булғандарға ярҙам итеү эше йөкмәтелгән. Улар ярҙамға мохтаж 250-нән ашыу кешенең мәнфәғәтен ҡайғырта, хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур көс һала.
Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр! Эшегеҙ еңелдән түгел, уны күңелең изге, мәрхәмәтле, һөнәреңә тоғро булғанда ғына атҡарырға мөмкин. Хеҙмәтегеҙ, битараф булмауығыҙ, изгелек һәм өмөт бүләк итеп йәшәүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!
Наилә Имаева.