Солтанайҙа мәҙәни сараларҙы, йәмәғәт эшен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан гүзәл заттарҙың тәҡдимен ауыл халҡы күтәреп ала. Гуманитар ярҙамды Эльмира Сафиуллина үҙе эшләгән магазинда йыя. Бөгөн йыйылған әйберҙәрҙе Рәйсә Сәләхетдинова кейәүе Нияз һәм ҡыҙы Фәнзилә менән Асҡынға гуманитар ярҙам йыйыу пунктына килтереп тапшырҙы.
- Телевизорҙан ҡарап та, гәзиттәрҙән уҡып та белеп торабыҙ, әлеге ваҡытта Донецк һәм Луганск республикалары халҡына еңелдән түгел. Район халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша, беҙ ҙә был изге эштән ситтә ҡалыуҙы хуп күрмәнек. Солтанайҙар әүҙем халыҡ, ярҙамсыл, беҙҙең тәҡдимде шунда уҡ күтәреп алдылар. Кем нимә менән ярҙам итә ала, шулай булышты. Кемдер тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре һатып алып ҡалдырҙы, кемдер өйөнән тәү сиратта кәрәк булған яңы әйберҙәр килтерҙе. Барлығы 30-ға яҡын ғаилә гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Изге күңелле ауылдаштарыма рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, — тине ошо изгелек акцияһын ойоштороусыларҙың береһе Эльмира Мәүлимйән ҡыҙы.
Илһөйәр Махатова.