Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
6 Апрель 2022, 19:20

Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар

"Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан ойошторолған "Донбасҡа - китаптар" акцияһына Солтанбәк ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды.  

Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар

Һәр изге башланғысты дәррәү күтәреп алып тормошҡа ашырыусы Солтанбәк ауылы халҡы "Берҙәм Рәсәй" партияһы тарафынан ойошторолған "Донбасҡа - китаптар" акцияһына ла беренселәрҙән булып ҡушылды. Айыҡ тормош яҡлы солтанбәктәр ихлас күңелдән китаптар алып килде.

Уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар, балалар баҡсаһы, ауыл Советы, ауыл мәҙәниәт йорто, почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре - барыһы ла дәррәү ҡатнашты был мәрхәмәтлек акцияһында. Хаҡлы ялдағы мәғариф хеҙмәте ветераны Альбина Хәйрулла ҡыҙы Саяпова ла өйөндәге китапханаһынан китаптар бүләк итте. Уҡытыусылар Зилә Исламова, Фәйрүзә Фаһаманова студент саҡтарынан яратып уҡыған китаптарын алып килде. Бына шулай, тамсыларҙан күл йыйыла тигәндәй, бергәләп тотонғас, бик күп китап йыйылды.

Барыһына ла тыныс тормош теләп, китаптарҙы Донбасс уҡыусыларына алып барып еткерерҙәр, тигән өмөт менән таралышты акцияла ҡатнашыусы солтанбәктәр”, - тип хәбәр итте был изге эште ойоштороусы Солтанбәк ауыл китапханасыһы Дилбәр Маҙһарова.

Наилә Имаева.

 


#Айыҡауыл2021Солтанбәкауылы
#Трезвоесело2021Султанбеково
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#КурултайбашкирАскинскогорайона
#Аскинскийрайон
#Донбасҡакитаптар

Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Изге эшкә дәррәү ҡушылдылар
Читайте нас: