Ҡариҙел районы халҡы, хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар тырышлығы менән тупланды был ылау. Аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре, кейем-һалым, постель кәрәк-яраҡтары тиҙ арала йыйылды.
Райондың мәғариф бүлеге иһә мәктәп коллективтары әҙерләгән канцелярия тауарҙарын килтерҙе. “Өмөт” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы етәкселеге волонтерҙарҙы ла йәлеп итте был эшкә. Улар бергәләп йыйылған саҙаҡаларҙы комплектлап, төрөп, маркировка эшләп сыҡты. Был изге эшкә районыбыҙ меценаты Альберт Радик улы Мөхәмәдйәров та ҡушылды. Ул үҙенең “Зуевское” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләп килгән ит етештереү цехынан быҡтырылған ит һәм бутҡа консерваларын ватандаштарыбыҙға оҙатырға тәҡдим итте.
Район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин был эштә ҡатнашҡан, битараф булмаған һәр кемгә оло рәхмәттәрен белдерҙе.
Гөлнара Солтанова.