Асҡындар Донецк һәм Луганск республикалары халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Был изге эштән Упҡанкүл ауылының киң күңелле кешеләре лә ситтә ҡалманы. Ғүмәров крәҫтиән-фермер хужалығы коллективы һәм 30-ҙан артыҡ ауыл кешеһе можтаждарға көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек йыйып ебәрҙе.
- Ундағы кешеләргә әлеге ваҡытта бик ауыр икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Әүҙем йәмәғәтселәр Гүзәл Ғәниева һәм Зифа Кәбированың инициативаһы менән ойошторолдо был изге эш. Ауыл халҡы шунда уҡ күтәреп алды был башланғысты. “Орион” магазины һатыусыһы Гөлнара Әхмәтханова менән Индира Хәмәтнурова гуманитар ярҙамды йыйыуҙа һәм йәшниктәргә тултырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Был изгелек акцияһында ҡатнашыусы 30-ҙан артыҡ ауыл кешеһенә, Ғүмәров КФХ коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Тик тиҙерәк унда һуғыш туҡтап, тыныслыҡ ҡына урынлашһын ине, — ти Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев.
Илһөйәр Махатова.