Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан эвакуацияланған граждандарға ярҙам итеү буйынса пункт булдырылғас, районыбыҙҙың хеҙмәт коллективтары мәрхәмәтлек күрһәтте. Күп функциялы үҙәк коллективы ла беренселәрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙҙы һәм мәжбүри күсенеүселәргә тәүге кәрәк-яраҡтар әҙерләп алып килде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: районыбыҙҙа Спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлегендә гуманитар ярҙам йыйыу пункты эшләй. Ярҙам күрһәтергә теләге булғандар кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре, башҡа кәрәк-яраҡ килтерә ала. Һаҡлау ваҡыты тиҙ сыға торған аҙыҡ килтермәү һорала.
Наилә Имаева.