Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
19 Ноябрь 2021, 13:05

Балаларға — Яңы йылға бүләктәр

Районда  быйыл өсөнсө тапҡыр “Йөрәктән-йөрәккә” тип аталған хәйриә акцияһы ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта. Иҫке Ҡаҙансы ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре быйыл да хәйриә акцияһында ҡатнашып, балаларға уйынсыҡтар, татлы ризыҡтар, яҙыу-һыҙыу әйберҙәре бүләк итте.

Балаларға — Яңы йылға бүләктәр
Балаларға — Яңы йылға бүләктәр

 “Йөрәктән-йөрәккә” хәйриә акцияһы 15 ноябрҙә башланып, 17 декабргә тиклем дауам итә.  Ул быйыл “Яңы йылға изге йөрәк менән” девизы аҫтында үтә. Һәр изге күңелле кеше уйынсыҡтар, татлы ризыҡтар, яҙыу, ижад итеү өсөн йыйылмалар һатып алып бүләк итә ала. Бүләктәрҙе Биләмә-ара үҙәк китапханаға тапшырырға кәрәк. Йыйылған әйберҙәр сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балаларға тапшырыла.

Илһөйәр Махатова.

Гөлфинә Исламова фотоһы.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: