Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
14 Октябрь 2021, 12:25

Балаларға — бүләк

Ҡариҙел ауылындағы Социаль-психологик ярҙам үҙәгендә тактиль майҙансыҡ асылды. Был сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ысын бүләк булды.

Балаларға — бүләк
Балаларға — бүләк

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлегенең башҡарыусы секретары Зилә Ибраһимова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Егор Тарасевич, Ҡариҙел ауыл биләмәһе башлығы Руслан Ильясов ҡатнашты.

“Берҙәм Рәсәй”  йыл һайын үткәрелә торған партия эше конкурсы йомғаҡтары буйынса республикалағы 20 башланғыс ойошма социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль аҡса алды. Еңеүселәр араһында “Берҙәм Рәсәй”ҙәрҙең беҙҙең райондағы башланғыс бүлеге лә инде. Гранттың суммаһы – 99004 һум, был аҡсаға тактиль майҙансыҡ өсөн кәрәкле йыһаздар һатып алынды.

Люция Карамова.

Балаларға — бүләк
Балаларға — бүләк
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: