Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
6 Май 2020, 23:05

Районда ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам акцияһы дауам итә

Ошо көндәрҙә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү сиктәрендә Яубүләк ауыл биләмәһендә йәшәүсе һәм үҙизоляция сәбәпле ауыр хәлдә ҡалыусы күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтелде.

Уларға “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре. Һеҙҙең турала хәстәрлек менән” тигән исем аҫтында 80 проценты үҙебеҙҙең республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратылды.
Ауыл биләмәһенең Солтанай, Ҡушкүл, Ҡаракүл ауылдарында йәшәүсе 11 ғаиләгә шәкәр, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, сәй, көнбағыш майы, дөгө, ҡарабойҙай, борсаҡ ярмалары, рассольник, һөт, макарон, печенье, кеҫәл һәм, атап әйткәндә, 13 төр ризыҡ һалынған тартмаларҙы ирекле халыҡ дружинаһы ағзалары Рәйсә Сәләхетдинова менән Фидания Шәйхетдинова тапшырҙы. Күп балалыларға икешәр тартма бүленде. Бындай ярҙамға ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа бик һөйөндө һәм ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.
Читайте нас: