Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
25 Апрель 2020, 20:45

Оло йәштәгеләрҙе һөйөндөрҙөләр

Яубүләк ауыл биләмәһендә йәшәгән хаҡлы ялдағыларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратылды

Ошо көндәрҙә беҙҙең районға “Беҙ бергә” акцияһы сиктәрендә федераль һәм республика бағыусылары тарафынан күрһәтелгән 639 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ҡайтарылды. Ул 65 йәштән өлкәнерәк булған һәм минималь пенсия алған оло йәштәге кешеләргә таратылды.
Бындай ярҙам Яубүләк ауыл биләмәһенә ҡараған ете ауылда йәшәүсе 25 кешегә лә тапшырылды. Оло йәштәгеләр ошондай еңел булмаған осорҙа күрһәтелгән изгелеккә биҡ ҡыуана һәм рәхмәттәрен әйтә.
  • Әле илебеҙ менән еңел булмаған осор кисерәбеҙ. Шулай булһа ла, бер кемде лә иғтибарҙан, ярҙамдан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Оло йәштәгеләрҙе, күп балалы ғаиләләрҙе, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарҙы аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итеүҙә, дарыуҙар килтереп биреүҙә ирекле халыҡ дружинаһы ағзалары, ирекмәндәр, ауылдаштары ҙур өлөш индерә. Бына ошо ике көндә ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡаракүл, Ҡушкүл, Яубүләк, Яңы Ҡарткиҫәк, Королев, Солтанай, Упҡанкүл ауылдарында 65 йәштән өлкәнерәк булған һәм минималь пенсия алған оло йәштәге кешеләргә федераль һәм республика бағыусылары тарафынан күрһәтелгән ярҙамды — 25 аҙыҡ-түлек тупланмаһын тараттыҡ. Күпте күргән, төрлө хәлдәрҙе кисергән өлкән быуын кешеләре бер ҙә зарланмай, оло рәхмәттәрен әйтеп, ихлас ҡыуанып ҡалды, — тип һөйләне Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев.
  • Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: