Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәтлелек
26 Август 2019, 17:30

“Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы дауам итә

Асҡын ағинәйҙәре Земфира Закирова етәкселегендә хәйриә акцияһына ҡушылды

Шәмбе көн “Ғаилә” үҙәге тарафынан “Ғаилә менән ял” байрамы сиктәрендә “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы ла үтте. Асҡын ағинәйҙәре исеменән ойошманың етәксеһе Зимфира апай Закирова матур-матур мәктәп кейемдәре, кофталар, салбарҙар, күлдәктәр алып килгәйне. Сара барышында күп балалы әсәләр килеп, балаларына кейҙереп ҡарап, ярағандарын һайлап алып ҡыуанды.

Яңы ғына ғаиләһе менән Асҡын ауылына күсеп килгән күп балалы әсә Гөлназ Хафизова ла бындай акция ойошторолоуына ҡыуанысын белдерҙе. Гөлназ тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләй. Оло улдарына 14 йәш булһа, ҡыҙҙары Ләйләгә — ете, Әдиләгә — дүрт, Мәдинәгә ике йәш тула.

— Ике бала — мәктәпкә, икеһе балалар баҡсаһына бара. Әлбиттә, барыһына ла яңы кейемдәр алып биреү еңелдән түгел. Ләйләбеҙ Асҡын 1-се мәктәбенә 1-се класҡа барасаҡ. Белем көнөн түҙемһеҙлек менән көтә. Бар уҡыу кәрәк-яраҡтарын алдыҡ. Бына әле бик матур йылы күлдәк тә һайланыҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, — тине ҙур ҡәнәғәтлек менән Гөлназ Фәнил ҡыҙы.

Теманы дауам итеп...

Ауыр тормош шарттарында йәшәгән балаларға кәрәк-яраҡтарҙы райондағы «Ғаилә» үҙәге ҡабул итә. Унда һеҙ мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым һәм кан-целяр тауарҙары килтерә алаһығыҙ. Йы¬йылған мәктәп кәрәк-яраҡтары август аҙағында аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән бала-ларға тапшырыласаҡ. Бынан тыш, ад¬реслы ярҙам итергә мөмкин. Мохтажлыҡ кисереүсе балаларҙың исемлеге «Ғаилә» үҙәгендә бар. Белгестәр ҡайһы балаға нимә кәрәклеге тураһында мәғлүмәтле.

Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған игелекле райондаштарыбыҙға мөрәжәғәт итеп, ошондай мөһим акцияла ҡат¬нашыуҙарын һорайбыҙ.
Читайте нас: