6 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Рәсәй Спорт министрлығының стендын асыу сиктәрендә Өфөлә XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумын үткәреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сара 2024 йылдың көҙөндә баш ҡалабыҙҙың Көрәш һарайында үтәсәк.
Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев ҡул ҡуйҙы.
Килешеү берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы һәм форумға әҙерлек, уның эшлекле һәм спорт программаларын формалаштырыу менән бәйле төрлө саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко үҙенең сығышында 2030 йылға илебеҙҙәге халыҡтың 70 проценты спорт менән шөғөлләнергә тейеш, тип билдәләне.
Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев әйтеүенсә, Башҡортостан спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, шуға ла республика “Рәсәй – спорт державаһы” форумын үткәреү хоҡуғын лайыҡлы алған.
– Ил Президенты ҡарары буйынса форум матур Өфө ҡалаһында үтәсәк. Барыһы ла юғары кимәлдә ойоштороласаҡ, тип ышанам, – тине Михаил Дегтярев. – Башҡортостанда спорт яҡшы үҫешә, республика үҙенең чемпиондары менән дан тота. Төбәк киләсәктә спорт буйынса ҙур еңеүҙәр яулаясаҡ. Һәм беҙ һеҙгә был йәһәттән ярҙам итәсәкбеҙ.
Башҡортостан илдең төп спорт форумын ҡабул итергә әҙер, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
– Беҙ бөтә кәрәкле инфраструктураны әҙерләнек, – тине Радий Хәбиров. Өфөлә үтәсәк форумды Рәсәйҙә иң яҡшы, ҡыҙыҡлы һәм сағыу спорт ваҡиғаһы итергә ниәтләйбеҙ.
Фото: glavarb.ru
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2024-06-06/bash-ortostan-men-n-tambov-lk-e-he-m-tt-shlek-tura-ynda-kileshe-t-n-3801638