5 июндә “Башинформ” агетлығында 8 сентябрҙә тәғәйенләнгән һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреүгә бәйле мәсьәләләргә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Булат улы Ғәлимханов, уның урынбаҫары Марат Венер улы Ғәҙелов, республика Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Борисовна Долматова журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
"Һайлау берҙәм тауыш биреү көнөндә — 8 сентябрҙә үтәсәк. Шул уҡ ваҡытта, Үҙәк һайлау комиссияһының вәкәләттәрен иҫәпкә алып, һайлауҙарҙы өс көн эсендә — 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Республика Башлығын һайлауҙан тыш, беҙҙә бер нисә һайлау кампанияһы уҙасаҡ: 54-се Өфө һайлау округында – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ 113 – урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына, Межгорье ябыҡ автономлы округтың ҡала округы һәм 81 ауыл биләмәләре советтарына депутаттарҙы өҫтәмә һайлау буйынса кампания күҙаллана. Шулай итеп, һайлау кампанияһы башланды, – тип белдерҙе Азат Ғәлимханов.
Раҫланған планға ярашлы, Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар күрһәтеү өсөн 31 майҙан 20 июнгә тиклем ваҡыт бүленә. Кандидаттар теркәлеү өсөн документтарын 2024 йылдың 1 июленән 11-нә тиклем тапшырырға тейеш. Республика етәксеһе вазифаһына кандидаттарҙы теркәү 20 июлдә тамамлана. 25 июлдән дә һуңға ҡалмайынса теркәлгән кандидаттар араһында бушлай эфир ваҡытын һәм һайлау алды агитацияһында ҡатнашыусылар өсөн бушлай баҫма майҙанды бүлеү буйынса йәрәбә һалына. Агитация осоро 2024 йылдың 10 авгусынан 6 сентябргә тиклем дауам итә.
Участка һайлау комиссиялары тауыш биреү көнөнә 20 көн ҡалғас – 19 августан эшләй башлай. Участка һайлау комиссиялары ағзалары, 2024 йылдың мартында Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙен уңышлы күрһәткән “ИнформУИК” проекты миҫалында, шулай уҡ ихаталар буйлап йөрөү һәм һайлаусыларға мәғлүмәт биреү ойошторолор, тип күҙаллана.
– Әлеге ваҡытта һайлау башланғыс стадияла. Беҙ сәйәси партияларҙан Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар күрһәтеләсәк конференциялар үткәреү тураһында белдереүҙәр көтәбеҙ, – тине Азат Ғәлимханов.
"Был һайлауҙа электрон тауыш биреү планлаштырылмай. Рәсәй Үҙәк Һайлау Комиссияһының позицияһы - һанлаштырыуҙы иҫәпкә алып, мөмкин тиклем күберәк субъекттарҙы электрон тауыш биреү системаһына йәлеп итеү. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң был алымға бөтә төбәктәр ҙә әкренләп күсәсәк. Көҙгөһөн, берҙәм тауыш биреү көнөндә, 30-ға яҡын төбәк уны ҡулланасаҡ. Әлегә беҙҙә булмаясаҡ", - тип белдерҙе Азат Ғәлимханов.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа "Мобиль һайлаусы" механизмы эшләйәсәк.
Марина Долматова һүҙҙәренсә, 2024 йылдың 22 июленән тауыш биреү көнөндә үҙенең һайлау участкаһында була алмаған һайлаусы ғәҙәттәгесә дәүләт хеҙмәттәре, Күп функциялы үҙәк аша үҙе теләгән территориаль һайлау комиссияһына ғариза бирә ала. Көҙ көнө үтәсәк һайлауҙа "Мобиль һайлаусы" программаһын Башҡортостан биләмәһендә булғандар ғына файҙалана ала.
Ғәҙәттәгесә, һайлау кампанияһы осоронда ҡыҙыу линия телефоны – 8-800-347-54-54 18 июндән 12 сентябргә тиклем эшләйәсәк.
Әйткәндәй, партиялар һайлауҙа ҡатнашыу буйынса эш башланы. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе партия конференцияһында делегаттар Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауҙарына кандидат итеп күрһәтте.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.