https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2024-06-04/be-u-a-yshanaby-3798276 “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашыуға кандидат итеп раҫланылар.
Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова:
– Рухлы, ышаныслы, көслө, һөҙөмтәле кеше булырға тейеш етәксе. Радий Фәрит улы тап шундай шәхес, биш йылда башлаған эштәрҙе дауам итеп, яңы үрҙәргә ынтылырға һәм яуларға кәрәк беҙгә.
Тәҡдим иттек, сөнки беләбеҙ, ышанабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Беҙҙең партияның төбәк бүлексәһе Башҡортостан Башлығы вазифаһында тик бер кешене генә күрә, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Уның белдереүенсә, Башҡортостан - ул ябай ғаилә генә түгел, ә быуаттар буйына бында милли һәм дини составы буйынса төрлө кешеләр йәшәгән ҙур ғаилә. Был беҙгә үҙенсәлекле мәҙәни байлыҡ, ҡабатланмаҫ татыу берҙәмлек мөхите биргән. "Республикаға, ата йортона, тыуған һәм үҫкән ерҙәргә һәр саҡ ынтылып ҡайтам. Беҙ барыбыҙ ҙа бер "мәҙәни код" менән берләшкәнбеҙ, уртаҡ тамырҙар. Эйе, ғаиләләрҙә төрлө-төрлө хәлдәр ҙә була. Был ғәҙәти хәл. Иң мөһиме - беҙ бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙгә туған кешеләр, беҙҙең бурыс - бергәләп төбәгебеҙҙе, илебеҙҙе яҡшыртыу. Беҙҙе киләсәк быуын ҡалдырған мираҫыбыҙ, инфраструктура, иҡтисад, социаль өлкә, экология, тыныслыҡ һәм именлек буйынса иҫкә аласаҡ", - тине ул.
Фото: vk.com/elviraaitkulova