Ауылда йәшәүселәр ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына түләүҙе алыу хоҡуғына эйә. Уның кимәле быйыл 1 ғинуарҙан 2033,72 һум тәшкил итә.
Пенсионерҙарға был өҫтәмә аҡса түбәндәге өс шарт булғанда түләнә:
Ҡалаға күсеү осрағында өҫтәмә аҡсаға хоҡуҡ һаҡлана.
Был түләүгә хоҡуҡ өсөн стажды иҫәпләгәндә колхоздарҙағы, совхоздарҙағы һәм башҡа ауыл хужалығы ойошмаларындағы, предприятиеларындағы эш иҫәпкә алына. Шул уҡ ваҡытта ауылда йәшәгән кешенең һөнәре лә Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған һөнәрҙәр, вазифалар исемлегендә булырға тейеш. Улар араһында агрономдар, тракторсылар, ветеринарҙар, умартасылар һәм башҡа 500 төр һөнәр бар. 1992 йылға тиклем төрлө ауыл хужалығы ойошмаларында эшләү, вазифаға һәм һөнәргә ҡарамай, ауыл стажына индерелә.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вахитов хәбәр итеүенсә, республикабыҙҙа 42855 кеше ауыл стажы өсөн өҫтәмә аҡса ала. Ауылда йәшәүселәрҙең пенсияһын ҡайтанан иҫәпләү дауам итә. Рәсәйҙең Социаль фондына махсус рәүештә мөрәжәғәт итеү талап ителмәй – ул автоматик рәүештә атҡарыла.
Шул уҡ ваҡытта пенсионер, әгәр быға тиклем тапшырылмаһа, үҙаллы өҫтәмә түләүгә хоҡуҡты раҫлаған документтарҙы тапшыра ала. Был ваҡытта пенсия күләме мөрәжәғәт иткән айҙан артабанғыһында арттырыла.
Фото: “Башинформ”.