Бөгөнгө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров уға ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Бөгөн республика Башлығы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Хөкүмәткә киләһе йылға йөкләмәләр бирелде. Әгәр ҡыҫҡаса әйтһәк, 2023 йылға беҙҙең ориентир шундай: юлдар төҙөүгә һәм реконструкциялауға 4 миллиард һум бүлеү, муниципалитеттар юлдарға ҡом һибеүгә 10 миллион һум күләмендә финансларға тейеш, “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” программаһын финанслауҙы арттырырға, ауыл биләмәләрен яҡтыртыуға 300 миллион һум йүнәлтеү, Хөкүмәткә ведомстволар менән берлектә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә инвентаризация үткәрергә, 2024 йылға файҙаланылмаған бер гектар ер ҙә ҡалмаҫҡа тейеш, табипҡа яҙылыу өсөн даими мөмкинлек булдырырға,йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һанын 150-гә тиклем арттырырға.
Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе һәм йөкләмәләре, тәү сиратта, кешегә йүнәлтелгән. Республиканың һәм илдең уңышына һәр кешенең именлеге, уның уңайлы йәшәүе һәм Тыуған илдә эшләүе аша ғына өлгәшеп була. Һәммәбеҙ ҙә Башҡортостандың халыҡ өсөн иң яҡшы төбәккә әүерелеүенә ынтылырға тейешбеҙ.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2023 йыл Йәнтөйк өсөн файҙалы эштәр йылы була. Артабан эшләйбеҙ!
Фото: deloros-msk.ru