Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Октябрь 2022, 09:35

Һайлау хоҡуғы буйынса белемдәрен тикшереп ҡаранылар

Тулыраҡ: 

Һайлау хоҡуғы буйынса белемдәрен тикшереп ҡаранылар
Һайлау хоҡуғы буйынса белемдәрен тикшереп ҡаранылар

Балтас районы үҙәк китапханаһында, сәләмәтлек мөмкинселектәре сикле булған 18 йәштән кесерәк йәштәр араһында, һайлау хоҡуғы һәм процесы мәсьәләләре буйынса республика конкурсы үтте. Унда Иҫке Балтас 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

Сараны район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сергей Биктубаев ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һүҙе менән асты. Ул ҡыҫҡаса конкурс тарихы һәм ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Артабан бәйгеселәр һайлау хоҡуғы һәм процесына ҡағылышлы төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Дөрөҫ яуаптар өсөн жетондар бирелде.

Һөҙөмтәлә 1-се урынды Артем Тимерғәлиев (1-се мәктәп), икенсе урынды - Вячеслав Низамов (2-се мәктәп), өсөнсө урынды Фидан Ризванов (1- се мәктәп) яуланы.

Еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Фирғәт Нәбиуллин.

 

Һайлау хоҡуғы буйынса белемдәрен тикшереп ҡаранылар
Һайлау хоҡуғы буйынса белемдәрен тикшереп ҡаранылар
Һайлау хоҡуғы буйынса белемдәрен тикшереп ҡаранылар
Читайте нас: