Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Июнь 2022, 09:45

Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә

Владимир Путин рейтинг лидерҙарын ҡотлағанда улар иҫәбендә 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса бишенсе урын яулаусы Башҡортостанды ла атаны. 

Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә
Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә

7 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Рәсәй Президенты үҙенең сығышында Рәсәй төбәктәрендә инвестиция климаты торошо милли рейтингы мәғлүмәттәре буйынса һиҙелерлек прогресҡа өлгәшкән төбәктәрҙе билдәләп үтте. Владимир Путин рейтинг лидерҙарын ҡотлағанда улар иҫәбендә 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса бишенсе урын яулаусы Башҡортостанды ла атаны. –  Һәр саҡ алдынғылыҡты биләүсе Мәскәү менән Татарстанға быйыл Мәскәү өлкәһе лә ҡушылды. Бер йыл эсендә ул һигеҙенсе урындан өсөнсө урынға күтәрелде. Рейтинг лидерҙары араһында Тула, Нижегородск, Төмән, Новгородск, Сахалин өлкәләре, Санкт-Петербург һәм Башҡортостан, – тине Владимир Путин.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-18/bash-ortostan-lider-ar-i-bend-2846102?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: