Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Апрель 2022, 22:30

Ҡариҙелдәр йыйында ҡатнашты

Бөгөн Өфөлә үткән "Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы" Ассоциацияһының XII съезында Ҡариҙел районы башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин етәкселегендәге делегация ла ҡатнашты.

Ҡариҙелдәр йыйында ҡатнашты
Ҡариҙелдәр йыйында ҡатнашты


Йыл һайын Ассоциация урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнөндә республикабыҙҙың барлыҡ ҡала-райондары вәкилдәре менән шундай йыйын үткәрә. Бында урындағы үҙидара өлкәһендәге иң мөһим бурыстарының береһе – муниципаль идаралығы ҡарарҙарының һөҙөмтәлелеген һәм сифатын яҡшыртыу, граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреү, уларҙың социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу буйынса тигеҙ шарттар булдырыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Федераль һәм дәүләт органдарында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашы. Ауыл биләмәләре башлыҡтары төрлө йүнәлештәр буйынса түңәрәк өҫтәл артында ҡатнашты. Улар Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа урындарҙағы хәл иткес мәсьәләләрҙең сиселеше мөмкинлектәрен күрһәтә алдылар. Ҡариҙел ауылы биләмәһе  башлығы Руслан Марсель улы Ильясов “Ерле әһәмиәттәге автомобиль юлдары: төҙөлөш, реконструкция, ремонтлау һәм ҡарап тотоу. Юлдар төҙөлөшө һәм ремонт эштәрендә файҙалы ҡаҙылмаларҙы файҙаланыу” темаһы ҡаралған түңәрәк өҫтәленең спикеры булып сығыш яһаны.
Йыйын муниципаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын һәм “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсы еңеүселәренә дипломдар тапшырыу тантанаһы менән тамамланды. Әйтергә кәрәк, конкурстың “Ауыл биләмәләренең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” номинацияһында Байҡы ауылы биләмәһе ауыл Советы башлығы Владимир Викторович Шерстобитов беренсе урын яуланы. Был беҙҙең район өсөн оло еңеү һәм үҙидара хеҙмәткәрҙәре эшенең мөһим күрһәткесе.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙелдәр йыйында ҡатнашты
Ҡариҙелдәр йыйында ҡатнашты
Ҡариҙелдәр йыйында ҡатнашты
Ҡариҙелдәр йыйында ҡатнашты
Читайте нас: