Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ғинуар 2022, 10:18

Аҙналыҡтан ситтә ҡалмағыҙ

31 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем белгестәргә социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә була.

Был көндәрҙә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Пенсия фондының республикалағы бүлексәһе, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге, Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды, Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә була.

Коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле эпидемиологик хәлдең насарайыуына бәйле, бөтә ҡабул итеүҙәр онлайн йәки телефон аша ойошторола. Дүшәмбе, 31 ғинуарҙа, пенсия иҫәпләү, пособие тәғәйенләү, социаль түләүҙәр мәсьәләләре буйынса граждандарҙы тематик ҡабул итеү ойошторола.

Шишәмбе, 1 февралдә, Инстаграм һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендәге төбәк ҡабул итеү бүлмәләрендә Башҡортостан дәүләт медицина университетының микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов менән тура эфир ойошторола. Спикер вакцинацияға, коронавирус инфекцияһы штамдарына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк

Шаршамбы, 2 февралдә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре һәм уларға социаль ярҙам саралары иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе вәкилдәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары етәкселәре инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында һөйләйәсәк, уларға ҡайҙа ярҙам, консультация һорап мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк.

Кесе йома, 3 февралдә, Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Римма Үтәшева халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә.

Йома, 4 февралдә, ҡабул итеү аҙналығы хеҙмәт ҡануниәте һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса тура эфир менән тамамлана. Унда спикерҙар булып Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, республика прокуратураһы, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре сығыш яһай.

“Ағымдағы йылдың беренсе тематик аҙнаһы “Берҙәм Рәсәй”ҙең тотош илдәге төбәк ҡабул итеү бүлмәләрендә халыҡҡа социаль ярҙам мәсьәләләренә арнала. Был темаға ҙур баҫым яһайбыҙ, сөнки уның буйынса һәр ваҡыт мөрәжәғәттәр күп. Бынан тыш, 2022 йылдан Рәсәйҙә граждандарҙың төрлө категорияларына яңы ярҙам саралары барлыҡҡа килде. Һәм беҙҙең бурыс – улар тураһында һөйләү, был сараларҙың нисек эшләүе, ниндәй һөҙөмтәле эшләнеүе һәм улар ярҙамында ил Президенты Владимир Путиндың партия алдына ҡуйған маҡсаттарына нисек өлгәшеүе хаҡында кире бәйләнеш алыу, – тине Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. – Аҙналыҡ сиктәрендә планлаштырған саралар төрлө яҡлы. Улар араһында шәхси онлайн һәм телефон аша ҡабул итеүҙәр бар, унда кеше өсөн кәңәштәр биреү йәки уға аныҡ ярҙам итеү ҡаралған. Социаль селтәрҙәге тура эфирҙар ҙа буласаҡ. Уларҙың маҡсаты – ҡулланыусыларға мәғлүмәт биреү. Һәр кемдең шәхси ҡабул итеүгә килә алмауын иҫәптә тотоп, беҙҙең Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе төрлө майҙансыҡтарға сыға, халыҡ мәғлүмәт һәм һорауҙарына яуап алыуҙың төрлө ысулын һайлай алһын тип тырыша”.

Шулай уҡ был көндәрҙә кешеләр шәхси һорауҙары менән Дәүләт Думаһы депутаттарына мөрәжәғәт итә аласаҡ. Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе юристары бушлай хоҡуҡи консультациялар үткәрәсәк. Аҙналыҡ саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең "Бәйләнештә" (https://vk.com/rop_102) һәм Инстаграм (https://www.instagram.com/rop_102/) селтәрендәге төркөмөндә алырға мөмкин.

Алдан яҙылыу һәм өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 7 (347) 226-78-28.

Шулай уҡ Башҡортостан халҡы мөрәжәғәтен Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә үҙенә уңайлы ысул менән ебәрә ала:

- [email protected] электрон адресына;

 - 450077, Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73, почта адресына;

- wp.er.ru партияның рәсми сайтында форма тултырып.

Дәүләт Думаһы депутатына мөрәжәғәтте priemnaya.duma.gov.ru. сайтына йүнәлтергә була.

Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: