Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ғинуар 2022, 09:15

Был – тамырҙарыбыҙҙы аңлау ул

Азат Бадранов Татарстан Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхразиев менән осрашты.

Был – тамырҙарыбыҙҙы аңлау ул
Был – тамырҙарыбыҙҙы аңлау ул

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Татарстан Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхразиев менән осрашты.

Осрашыу барышында Волга буйы болғарҙарының Ислам динен рәсми ҡабул итеүенең 1100 йыллығын билдәләүгә бәйле ике республика араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.

- Төп саралар 19 майҙан 21-енә тиклем Ҡазанда уҙа. План раҫланған, “Рәсәй – Ислам донъяһы: KazanSummit” халыҡ-ара иҡтисади саммиты, Дини татар эшмәкәрҙәре форумы һәм башҡа бик күп саралар планлаштырылған. Бынан тыш, саралар Санкт-Петербургта, Себерҙә, Өфөлә үтәсәк, шуға күрә беҙгә үҙебеҙҙең эштәрҙе аныҡларға кәрәк, - тине Вәсил Шәйхразиев һәм әлеге сәфәрҙең төп маҡсаты – дуҫ республикалар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, тип билдәләне.  

Азат Бадранов Башҡортостан да был мөһим датаны үткәреүгә әҙерләнә, тип билдәләне.

- Исламды рәсми ҡабул итеүгә 1100 йыл тулыу – тамырҙарыбыҙҙы аңлау ул. Беҙ тарихыбыҙҙағы мәғрифәтсе шәхестәргә, уларҙың хеҙмәттәренә күберәк иғтибар бүлеү кәрәклеге тураһында фекер алыштыҡ.  ХХ быуат башында улар беҙҙең халыҡтарҙың интеллигенцияһының нигеҙен булдырған. Улар үҙҙәрен милләттәргә айырмаған – был беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ, беҙҙең уртаҡ тамырҙарыбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Бадранов.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
 
Автор:
Читайте нас: