Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Февраль 2021, 13:25

Радий Хәбиров Эльмира Туҡанованы Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетына яңы етәксе тәғәйенләне.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, хәҙер был вазифаны Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәгенең элекке директоры Эльмира Туҡанова биләй.
«Ул сығышы менән беҙҙең республиканан. Ейәнсура районы Таҙлар ауылында тыуған. Һуңынан Нижневартовскиға уҡырға киткән, Төмән өлкәһенең төрлө музей учреждениеларында эшләгән. Эльмира Наил ҡыҙының тәжрибәһе ҙур. Беҙ шундай кешене эҙләнек тә инде», — тине Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан башлығы Туризм буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Салауат Нафиҡовҡа рәхмәт белдерҙе һәм белгескә яңы эш табыуҙарын хәбәр итте, ә Эльмира Туҡановаға уңыштар теләне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: