Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Май 2020, 10:50

Тауыш биреүҙә кемдәр ҡатнашырға әҙер

Рәсәй Президенты тәҡдиме менән Конституцияға үҙгәрештәр индереү кампанияһы хаҡында мәғлүмәт еткереү, тауыш биреүҙәр алдынан яңыртыласаҡ. Белгестәр билдәләүенсә, әле лә ул планға ярашлы дауам итә. Уларҙың фекеренсә, артабан төп иғтибар интернеттағы агитацияға йүнәлтеләсәк.

”Левада-үҙәк” ойошмаһы үткәргән һорау алыуҙар буйынса дөйөм тауыш биреүҙәргә йәштәрҙең - 53, ә оло йәштәгеләрҙең 77 проценты килергә әҙер. Хаҡлы ялдағылар һәр ваҡыттағыса әүҙемерәк позицияла.
Илдәге эпидемиологик хәл тауыш биреүселәрҙең килеү процентында сағылышы табасаҡ, ти белгестәр. Фекерҙәр ике яҡлы. Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һайлаусылар күберәк буласаҡ. Сөнки бөгөнгө хәл кешеләрҙе ойоштороуҙа һәм берләштереүҙә ыңғай роль уйнаясаҡ. Икенселәр иһә, коронавирусҡа бәйле хәл яйлап яҡшырһа, тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһе лә һүлпән буласаҡ тип фаразлай.
Хәбәр итеүебеҙсә, Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәрҙең социаль йүнәлешле булыуын иҫәпкә алғанда, кешеләрҙең күбеһе тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашыр, тигән күҙаллауҙар бар.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Tauish-bire--kemd-r-atnashir-a--er-253335/
Читайте нас: