Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Март 2020, 11:20

“Айыҡ ауыл” конкурсында кемдәр еңде?

Кисә Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Айыҡ ауыл”республика конкурсының 2019 йылғы финалсыларын һәм еңеүселәрен тәбрикләне.

Тәүге алдынғы өсәү иҫәбенә Ейәнсура районының Башҡорт Үргене, Баймаҡ районының Йылым, Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылдары инде. Уларға төбәк Башлығы рәхмәт белдерҙе, еңеүселәр дипломдар һәм 500, 200, 150 мең һумлыҡ аҡса сертификаттары менән бүләкләнде.
Билдәле булыуынса, конкурс былтыр йәй башланғайны. Уның маҡсаты – кешеләрҙең йәшәү рәүешен формалаштырыу, сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш быуынды ыңғай миҫалда тәрбиәләү.
Беренсе муниципаль этапта республикалағы 52 райондан 464 ауыл ҡатнашып, еңеүселәр тип 47 тораҡ пункт билдәләнде. Улар бәйгенең икенсе - республика этабында көс һынашыуҙы дауам итте.
"Был – бик халыҡсан конкурс. Ул ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың традицияларын сағылдыра, сөнки беҙҙә алкоголле эсемлектәр ҡулланыу, эскелек элек-электән булмаған. Бәйге тәү сиратта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы ине. Бының өсөн ойошмаға ҙур рәхмәт. Дөйөм алғанда, эскелеккә, суррогат алкоголь таратыуға ҡаршы көрәш – дәүләт сәйәсәте. Быйыл беҙ был йәһәттән етди һөҙөмтәләргә өлгәштек, һүҙ йөҙәрләгән кеше ғүмере хаҡында бара. Беҙҙең суррогат алкоголь менән көрәшкә бәйле эште күп урында билдәләнеләр, шул иҫәптән сит ил телевидениеһында ла. Улар беҙҙең тәжрибәне өйрәнергә теләүен белдерҙе. Был - беҙҙең уртаҡ эш", - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы шулай уҡ был йәмәғәт башланғысын дауам итергә кәрәклекте белдерҙе һәм ағымдағы йылда бәйгенең сиктәрен киңәйтергә, ҡатнашыусылар һанын арттырырға тәҡдим итте. Унан тыш, был аҡсалата бүләк фондын да унлата күбәйтергә булышлыҡ итәсәк, биш еңеүсе иһә, халыҡтың теләгенә ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенең ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын тормошҡа ашыра аласаҡ.
Фотолар: glavarb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: