Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март 2020, 13:19

Сафия кемдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған?

Билдәле алып барыусы, “Гәлсәр һандуғас” проектының авторы Земфира Байбулдинаның “Сафияла ҡунаҡта” тип аталған театр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте студияһын асырға йыйыныуы тураһында хәбәр иткәйнек. Һәм бына үҙенсәлекле балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә тәғәйенләнгән үҙәк эш башланы.

“Ҡояш ҡыҙы” Сафия тыуғаны бирле Земфира социаль селтәрҙәрҙә үҙенсәлекле балаларҙы тәрбиәләү, бындай осраҡта үҙ эсеңә йомолоп, йәмғиәттән ситләшмәү, бала – ата-әсә – социум араһындағы мөнәсәбәттәр буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. “Бындай студияны асыу күптәнге хыялым ине”, - ти әсә.
Үҙәктә балаларҙың актерлыҡ оҫталығын, сәхнә телмәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса һәләтен үҫтереү йүнәлешендә эш алып барыласаҡ. Тәүге дәрестә балалар рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнаған, балсыҡ һындар әүәләп ҡараған.
"Студия үҙенсәлекле балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн аралашыу мөхите тыуҙырыуҙы, уларға йәмғиәттә үҙен табыуға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әммә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар ғына түгел, ә барлыҡ балалар менән эшләргә әҙербеҙ. Шуға күрә студияға теләге булған һәр кем килә ала", - ти Земфира Зәки ҡыҙы.
Әлегә клуб-студия аҙнаһына ике тапҡыр эшләй.
Фото З. Байбулдинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: