Бары улар эшләгән дәүерҙә пенсияны арттырыу өсөн страховкалау коэффициенттары иҫәпләнәсәк, тине министр. Эштән китеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, пенсионер үҙенә тейешле индексация аҡсаһын аласаҡ. Шуның менән бергә “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы депутаттары Конституцияға төҙәтмәләр тураһында закон проектын ҡарауға эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын мотлаҡ индексациялау йәһәтенән тәҡдим индерергә ниәтләй.