Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
29 Января 2020, 09:22

Миңдәр нимә тураһында һөйләй?

Миңдәр нимә тураһында һөйләй? Улар кеше яҙмышына туранан-тура йоғонто яһай, ти белгестәр.

Ысынлап та шулаймы? Һеҙ ҙә һынап ҡарағыҙ.
Маңлайҙың өҫкө өлөшөндәге миң кешенең лидер булыуын күрһәтә. Ике ҡаш араһындағыһы эшһөйәрлек, көс-еүәт тураһында һөйләй. Бит осондағы миң - һөйкөмлөлөк билдәһе. Бындай кешеләр уйламайынса рәнйетергә лә мөмкин, әммә уларҙы барыбер яраталар.
Танауҙағы миң киләсәген уйламаусыларҙа була. Улар бөгөнгө көн менән генә йәшәй. Эйәктәге миң - көслө кешеләргә хас билдә. Улар йәмғиәттә абруй яулай. Ирендәр өҫтөндәге миң һул яҡта урынлашҡан икән, тимәк, был кеше ысын күңелдән ярата белә. Улар тормошон ғаиләһенә бағышлай. Уң яҡта икән - һаранлыҡ, рәхимһеҙлек билдәһе.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас