Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Декабрь 2019, 17:36

РФ Дәүләт Думаһы ГУП һәм МУП-тарға “яу” иғлан иттеме?

Рәсәй парламентында сыҡҡан законға ярашлы, 2025 йылға тиклем дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиеларҙың (ГУП, МУП) арыу ғына өлөшө бөтөрөләсәк йәки үҙгәртеп ҡороласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, әгәр ҙә кәрәкһә, дәүләт яңы унитар предприятие төҙөй ала.

Тик ГУП-тар дәүләт оборона заказы, радиактив ҡалдыҡтар менән эш итеү, мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәләрендә барлыҡҡа килә ала.
Йәиһә федераль законға, Президент йә хөкүмәт акттарына нигеҙләнеп, айырым ҡарар буйынса булдырылыуы мөмкин.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, унитар предприятиелар төп баҙар принцибына – дәғүәселеккә ҡаршы килә. Был форма (ГУП йә МУП) оборона заказында йә мәҙәни тармаҡта ғына үҙен аҡлай.
Беҙҙә, йәғни Башҡортостанда, 20 ГУП бар. Ә МУП-тар һаны 200-ҙән ашыу. Уларҙы реформалау эше күптән бара, шуға ла унитар предприятиелар әҙәйә килә.
Бынан ары йылдамыраҡ кәмейәсәк.
Фото: vk.com.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: