Һәр кешегә киләһе йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенсәлектәрен белеү
мөһим. Әйтәйек, 2020 йылда әлегәсә ҡулланылған традицион ысулдарҙан тыш халыҡ
иҫәбен алыу тәүге тапҡыр интернет ярҙамында ойоштороласаҡ, һәр теләгән кеше
һорауҙарға яуапты «Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү» порталында тултыра аласаҡ.
Социаль селтәрҙәр аша тиҙ һәм еңел аралашыу мөмкинлеген файҙаланып,
әүҙем фекерҙәштәр ярҙамында беҙ республика халҡына БРХИ-2020 тураһында
мәғлүмәт бирергә нийәтләйбеҙ.
Ошо маҡсатттан сығып, 2020 йылғы Бәтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эштәре
тамамланғанға тиклем, мәғлүмәти партнёрҙар булырға тәҡдим итәбеҙ. Һеҙгә беҙҙең
рәсми биттә https://vk.com/bashstat_gks_ru теркәлеүҙе, беҙҙең яңылыҡтар менән
дуҫтарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы таныштырып барыу өсөн иҫкәрмәне (уведомление)
ҡуйыуҙы һорайбыҙ.
Халыҡ иҫәбен алыуға ҡағылышлы көнүҙәк хәбәрҙәр һәм яңылыҡтарҙы
таратыу уңайлы булһын өсөн яҙылыу https://vk.com/app5748831_-172759287.
Беҙҙең яңылыҡтарҙы күсереп алып файҙаланғанда (репост) һәм үҙегеҙҙең
халыҡ иҫәбен алыу темаһына арналған хәбәрҙәрегеҙҙә ошо хештегтарҙы ҡулланырға
тәҡдим итәбеҙ: #переписьнаселения #ВПН2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан.
Башҡорт телендәге материалдар өсөн: #иҫәптәләһандалабулайыҡ.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр! Әйҙәгеҙ, алдағы йылдағы мөһим сарағахалыҡ иҫәбен алыуға бергәләп әҙерләнеп, уны уңышлы ойошторайыҡ!
Бәтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1 октябренән 31 октябренә
тиклем үткәреләсәк.