Йәнтөйәк
+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Декабрь 2019, 14:36
Эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ
2016 йылдан алып эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы, эштән киткәндән һуң, индексацияланасаҡ.
РФ Пенсия фонды башлығы Антон Дроздов әйтеүенсә, эштән киткәндән һуң, хеҙмәткәрҙең йыйылған шәхси пенсия коэффициенттары уларҙың актуаль хаҡына ҡабатлана. 2020 йылда ул 93 һум буласаҡ.
Һуңынан ошо суммаға билдәләнгән түләүҙең актуаль күләме өҫтәләсәк. 2020 йылда ул 5686,25 һум тәшкил итәсәк.
Рәсәйҙең Пенсия фонды башлығы һүҙҙәренсә, әгәр пенсионер йәнә эшкә сығырға уйлаһа, әлеге индексация юҡҡа сығарылмаясаҡ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: