Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Сентябрь 2019, 15:00

Дүрт көнлөк эш аҙнаһы ҡасан була?

Июндә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Халыҡ-ара хеҙмәт конференцияһында сығыш яһағанда киләсәктә дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү ихтималлығы хаҡында белдергәйне.

Ошо айҡанлы Бөтә Рәсәй Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге белгестәре халыҡтың ҡарашын һорағас, күпселек был яңылыҡҡа ҡаршы сыҡҡайны (һорау алынғандарҙың 48 проценты). Эш аҙнаһын кәметеүгә респонденттарҙың 29 проценты риза, 17 процентына – барыбер, 6 проценты иһә бер нисек тә яуап бирмәгән.

Дүрт көнлөк эш аҙнаһына Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгәндәр өҫтөнлөк бирә (36%), шулай уҡ башҡа “миллионлы” ҡаланыҡылар (34%). Йәшкә килгәндә – күберәк 25-тән 34 йәшкә тиклемгеләр (39%) дүрт көн генә эшләргә риза. Яңылыҡҡа ҡаршы сығыусылар, нигеҙҙә, бәләкәй тораҡ пункттарҙа йәшәй, 60 йәштән өлкәнерәктәр ҙә был ғәмәлдең әһәмиәтен күрмәй.

Шул уҡ ваҡытта мәсьәлә юғары власть органдарында тикшерелә башланы. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Константин Чуйченко хеҙмәт процесын яйға һалыу закондар менән нығытылған, уны СССР ваҡытындағы иҫкергән нормативтарҙы үҙгәртеп кенә хәл итеп булмай, быны Хөкүмәт хәл итә алмай, тип белдергән.

Бынан алда Дмитрий Медведев, совет заманынан ҡалған 220 мең норматив документты үҙгәртә башлаясаҡтар, тип хәбәр иткәйне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Хеҙмәт кодексында индерелгән һигеҙ сәғәтлек эш көнө тураһындағы ҡануниәтте был ғәмәл менән генә әлегә үҙгәртеү мөмкин түгел.


Автор: Г. Балтабаева
Читайте нас: